Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2019, 17:58

Көләмәскә лайыҡ булыу мотлаҡ. Мәҙәктәр уйландыра һәм көс бирә.

Ғөмүмән алғанда, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары сайттарындағы мәҙәктәрҙе уҡыусыларыбыҙ йылы ҡабул итә. Әле беҙ мәшһүр Рәшит Солтангәрәевтың мәңге иҫкермәҫ лаҡаптарына барып етмәнек әле. Ул үсекләгән кешеләр һуңынан ҡыуанып йөрөй торғайны. Күренекле прозаик Тайфур Сәғитовтың әйткәне иҫтә ҡалған: “Рәшит бер мәл һорай, һиңә көләмәс сығарҙым, үпкәләмәйһеңме ул? – ти. Мин әйтәм: “Ниңә үпкәләйем, һин бит миңә реклама яһайһың. Шунан һуң дуҫым мине кәзекләмәй башланы. Ни булды, тип һорайым. Һиңә анекдот сығарһам, әллә кем булаһың да китәһең, тигән була”.

Марк Твен үҙе хаҡында лаҡаптарҙы үҙе сығарған, йә, яллап яҙҙыртҡан.

Рәшит ағай 90-сы йылдарҙа Яҙыусылар съезы барғанда, иҫәп комиссияһы эшләгән арала, трибунанан тороп, сәғәткә яҡын ҡәләмдәштәре хаҡында көләмәстәрен һөйләне. Зал эсен тырнай-тырнай, тәгәрәп ятып көлдө. Эх, шуны телевидениеға яҙҙырыусы булмаған. Һуңынан Мостай Кәрим Рәшит ағайҙан һорай икән: “Бөтәһенә лә сығарғанһың, минең хаҡта бармы?”. Рәшит ағай: “Әлегә юҡ, ағай, сығарайыммы?” – тип һораған. Мостай ағай: “Ярай, булмаһын”, – тип яуап биргән.

Бына, һуңғы осорҙа ғына ижад ителгән көләмәс.


– Ишеттегеҙме, Фәрит Әхмәҙиевтың “Робағиҙар”ы сыҡҡан.

– Нисек?

– Һүрәттәре шәп!


Яҙыусыларҙың бер-береһенә сығарған көләмәстәренең, пародияларының һ.б. тамырҙары тәрәндә ята. Пушкин, Бабич һәм башҡалар замандаштарының исемдәрен әҙәби даирәләрҙә мәңгелеккә ҡалдырған.

Үткән быуаттың 20-се йылдарында йәш совет республикаһының ҡайҙа барырға белмәгән яҙыусылары әҙәби салондарҙа һүҙ ярҙамында көс һынашҡан. Мәҫәлән, бер кистә иң ҡыҫҡа поэмаға, беҙҙеңсә әйтһәк, бәйге иғлан иткәндәр. Талап буйынса ижад емеше заманға ауаздаш (революция темаһы) һәм мөхәббәт тойғоһо менән һуғарылған булырға тейеш. Беренсе урынға Валерий Брюсов сыҡҡан.

Светает.

– Дорогая, уходи.

Күрҙегеҙме, буржуаз хистәрҙән арынып бөтмәгән һәм заман һулышын ҡабул итә алмаған шағирҙар нисек күңел асҡан. Ҡыҫҡа һәм тос.

Әйткәндәй, ҡыҫҡалыҡ таланттың – асылы, ләкин, гонорарҙың – ҡәйнәһе. Беҙ уйлап сығарған лаҡап түгел. Ошо йәһәттән иң ҡыҫҡа хикәйәгә үткәрелгән ярыш иҫкә төшә. Был бәйгелә беренсе урынды Эрнест Хемингуэй ала.


Продаются: детские ботиночки. Ни разу не ношенные.


Башҡортсаға тәржемә итһәк: “Бер ҙә кейелмәгән балалар ботинкаһы һатыла”.

Һүҙ ҡеүәтенә хайран ғына ҡалырлыҡ. Бер генә юл, дүрт-биш кенә һүҙ, ә күпме кисерештәр, фажиғә, ҡайғы, юғалтыу, аҡланмаған өмөттәр.

Былай уҡ күңелһеҙ хушлашмайыҡ, алда ике көн ял, дүшәмбе тағы эшкә. Ярай, быныһы ла үтер. Әлегә тағы ла бер бәләкәй генә лаҡап.

Туҡһанынсы йылдар “Башҡортостан” гәзитенән мәғлүмәт.


“Стәрлетамаҡ драма театрында Рәлиф Кинйәбаевтың “Айғырыңды үтескә бир!” комедияһының премьераһы булды. Банкеты шәп үтте”.

Ярай, бөгөнгә етәрҙер.


Читайте нас: