Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2019, 15:43

ХАҠТАР АРТМАЙ, КҮЛӘМ ГЕНӘ КӘМЕЙ...

Хаҡтар арта. Ни хәл итәһең, инфляция күренеше үҫеүсе иҡтисадҡа ғына хас, тиҙәр бит. Ҡыуанырға кәрәктер инде улайһа... Шулай ҙа ҡәнәғәтһеҙлек белдереүсе халыҡҡа әлегеләй ҡатмарлы мәсьәләләрҙе аңлатыуы һис тә еңел түгел. Һәр саҡ ике ут араһында йөрөүсе эшҡыуарҙарға бер кемдең дә – үҙҙәренең дә, һатып алыусыларҙың да – күңелен китмәҫ өсөн төрлө хәйләләр уйлап табырға тура килә.

Бер мәл магазин кәштәләрендә 0,9 һәм 0,87 литрлыҡ һөттәрҙе күреп аптырай торғайныҡ. Хәҙер өйрәнелде инде. Былтыр ҡайһы берәүҙәребеҙ емеш-еләк һуттары ҡабының 0,15 литрға кәмеүен аңғарҙы. Үҙебеҙҙең “Шихан” лимонады, банкалағы һыра ла бүҫкәрҙе, тиҙәр. Һаҡсыл хужабикәләр майонездың – 50, ҡаймаҡтың – 35, плиткалы шоколадтың 8 грамға еңеләйеүенә бик тиҙ иғтибар итте. 180 грамлап һатылған сыр ҙа 150, 125 грамлыҡ ҡаптарға һалына башлаған икән...
Әле бына тауыҡ йомортҡаһының унар түгел, ә туғыҙар даналап тәҡдим ителеүен ҙур енәйәтте асыҡлағандай ҡуйыртып-ҡуйыртып яҙған булалар. Һы! Беҙҙе инде бер нәмә менән дә ғәжәпләндерә алмаҫһығыҙ!
Читайте нас: