Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2019, 10:44

Беҙ инвестицияларға мохтаж. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо йәһәттән етди талаптар ҡуйҙы.

Былтыр йыл аҙағында үткәргән кәңәшмәнән һуң Радий Хәбиров “Бәйләнештә”социаль селтәрендәге сәхифәһендә: “Республикаға инвестициялар йәлеп итеүҙең иң төбөнә төшөп еттек. Башҡаса баһалау мөмкин түгел. 2018 йылда һуңғы ун йыллыҡта иң насар күрһәткестәр. Беҙҙең мөмкинлектәр менән быны аңлатыуы ҡыйын. Хәҙер эшләргә генә ҡала. Хәлде төҙәтергә кәрәк”, - тип яҙғайны.

Йылды Республика Башлығы “Инвестсәғәт” менән башлап ебәрҙе һәм өр-яңы талаптар ҡуйҙы. Хәҙер йөк урынынан ҡуҙғалды, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Тәүге дүрт проект ентекләп ҡаралды һәм ыңғай баһа алды. Ултырышта ҡатнашыусылар шуны билдәләне: әлеге проекттар ҙур эштең башы ғына. Ныҡышмалыраҡ эшләргә һәм инвестицияларҙы күберәк йәлеп итергә кәрәк. Ҡаралған проекттар буйынса Республика етәксеһе аныҡ бурыстар билдәләне.
Читайте нас: