Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2019, 12:16

Һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһы нығынасаҡ. Федераль ҡаҙна Башҡортостанға өҫтәмә аҡса бүлде.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Республика алты йыл эсендә Федераль ҡаҙнанан 16,5 миллиард һум аҡса аласаҡ, шуның 4,9 миллиарды быйыл уҡ бүленәсәк. Был аҡсалар йөрәк-ҡан тамыры, яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәшкә йүнәлтеләсәк, балалар поликлиникалары һәм ФАП-тар төҙөүгә тотоноласаҡ.

Республиканың яңы етәкселеге һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын яңыртыуға ныҡлап тотондо. Сөнки райондарҙа һәм ҡалаларҙа поликлиникалар һәм дауаханалар бик ауыр хәлдә. Хатта ҙур район үҙәктәрендә лә белгестәрҙең етешмәүе күҙәтелә. Федераль ҡаҙнаның ярҙамынан тыш Республика үҙ бюджетынан байтаҡ аҡсаны һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыуға бүләсәк.
Читайте нас: