Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ғинуар 2019, 11:53

Рәсәйҙә мәҙәниәткә иғтибар арта. Тик унда беҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡлаусы булырмы?

Бер нисә көн элек Калининград ҡалаһында РФ Президенты В. В. Путин Мәҙәниәт буйынса Дәүләт советының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ултырышта дәүләттең мәҙәниәт сәйәсәтен камиллаштырыу, мәҙәниәт берләшмәләре, ойошмалары һәм ижади коллективтар менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, мәҙәни эшмәкәрлекте ҡануниәт йәһәтенән көйләү һымаҡ мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Бындай ултырыштар Рәсәй Президенты ҡатнашлығында даими үткәрелеп тора һәм мәҙәниәткә ҡарата йоғонтоһо ифрат ҙур.

Дәүләт советы эшендә кемдәр ҡатнаша һәм теге йәки был ваҡиғаларға йоғонто яһай һуң? Бының өсөн совет ағзалары исемлегенә еңелсә генә күҙ һалдым. Береһенән-береһе тос һәм һәлмәк, атаҡлы һәм данлы исемдәр. Һанап тормайым, телевизорҙы асҡан һайын шулар һөйләй һәм баһа бирә. Тик исемлектә Башҡортостан, йә булмаһа, Татарстан мәнфәғәттәрен (улар ҡалмай торғайны) яҡларлыҡ кеше тапманым. Шулай ҙа ике фамилия күҙгә салынды, береһе – Чечнянан, икенсеһе – Ханты-Манси автономиялы округынан.Киләһе 2020 йылда Башҡортостан барлыҡ донъянан Фольклориада ҡабул итергә әҙерләнә. Был сара донъя кимәлендә Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәтен сағылдырасаҡ, тимәк, яуаплылыҡ та ҙур буласаҡ. Шулай булғас, беҙҙең ҡарашҡа, Дәүләт советы кимәлендә милли мәҙәниәттәрҙең мәнфәғәтен яҡларлыҡ кешеләр булырға тейеш.
Читайте нас: