Дөйөм мәҡәләләр
10 Января 2019, 06:21

Өфө урамдары матур. Исемдәрен кем ҡушҡан?

“Ағиҙел” сайтының “туҙға яҙылған һәм туҙға яҙылмаған исемдәр. Өфө ҡалаһында 16 яңы урамға исемдәр бирелде”, – тигән сығышын хәтерләйһегеҙме икән? Ошо мәҡәләӨфө ҡала хакимиәтендә кемдеңдер күҙенә салынғандыр, тип уйлайбыҙ. Юғиһә, Өфөнөң яңы урамдарына исемдәр ҡушыу буйынсаконкурс иғлан итмәҫтәр ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был сарала теләгән һәр кеше ҡатнаша һәм урамдарға, баҡсаларға, скверҙарға үҙенә оҡшаған исемде тәҡдим итә ала. Тәҡдимдәрҙе gorsovet@ufacity.info адресы буйынса “конкурсҡа” иҫкәрмәһе менән 7 мартҡа тиклем ҡабул итәләр. Иң үҙенсәлекле исем тәҡдим иткән еңеүселәр тос ҡына бүләктәргә хужа буласаҡ. Шәп эш. Ниһәйәт, Өфө урамдарына туҙға яҙмаған исемдәр ҡушылмаҫ, тигән өмөт бар.
Читайте нас