Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ғинуар 2019, 01:45

Бәхет эҙләп киткәндәрҙе һәләкәттәр һағалай...

Ошо арала булған һәләкәттәр тураһында һөйләшеп ултырғанда күршеләремдең береһе: “Иғтибар итегеҙ әле – уларҙың һәр ҡайһыһының ҡорбандары иҫәбендә Башҡортостан кешеләре бар”, – тип ҡуйҙы. Ысынлап та, Соликамск шахтаһындағы янғында ла, Себерҙәге ҙур автофажиғәлә лә, Магнитогорск ҡалаһындағы шартлауҙа ла, республиканан ситтәге башҡа бик күп ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә яҡташтарыбыҙҙың ғүмерҙәре өҙөлә. “Шулай инде, үҙебеҙҙә эш булмағас”, – тип һығымта яһаны баяғы күршем.


Статистикаға ҡараһаҡ, әле Башҡортостандың 150 меңдән ашыу кешеһе ҡырҙа эшләп йөрөй. Рәсми теркәлмәйенсә хеҙмәт итеүселәрҙе лә иҫәпкә алһаҡ, моғайын, был һан кәм тигәндә өс тапҡырға күберәктер. Яңыраҡ ҡына таныштарым араһынан байтағының яҡшы тормош эҙләп күршеләге Татарстан, Свердловск, Һамар һымаҡ төбәктәргә сығып киткәнен уйлап ултырғайным. “Ҡаҙанда эш тә күп, аҡса ла мул”, – тиҙәр. Дөрөҫлөгөнә шикләнмәйем: эстрада артистарының миграцияһы ла – тос дәлил.

Оҫта ҡуллыларҙы, аҡыллы баштарҙы үҙенә магнит һымаҡ тартып торған Мәскәү тураһында әйтеп тораһы ла түгел инде. Себергә китеү күренеше иһә күптән ҡанға һеңгән. Үткән айҙа төньяҡ райондарҙың береһенә барғанда юлда өс кешене ултыртып алғайным, барыһы ла вахтанан ҡайтып барыусылар булды. Екатеринбургтан, Пермдән, Себерҙән... Ауылдарында ҡарт-ҡоронан, мөғәллимәләрҙән һәм табибәләрҙән, бала-сағанан башҡа кеше юҡ тиерлек – ҡулынан эш килерҙәй һәммә ир-ат, шулай уҡ йәшерәк, көслөрәк ҡатын-ҡыҙ ҡайҙалыр ситтә аҡса табыу менән мәшғүл. Контракт буйынса хәрби хеҙмәттә лә күпләп ҡалалар икән.

Ҡырҙа йөрөүсе ошо яҡташтарыбыҙҙың күпселеге ҡасан да булһа тыуған яғына ҡайтып төпләнерме? Йәшерәктәренең яртыһы, исмаһам, үҙ халҡы вәкиле менән өйләнешерме, телен, динен һаҡлармы? Әгәр ғаиләле булһалар, уларҙың бында үҫеүсе балалары тейешенсә тәрбиә алырмы, хәләл ефеттәре имен тормош хаҡына тырышыуҙарының ҡәҙерен белерме? Бер ниндәй гарантия юҡ! Ана бит, уйламаған-нитмәгән ерҙән фажиғәгә тарыйҙар...

Тарихи эҙемтәләр тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс. Шағир Азамат Юлдашбаевтың: “Үҙ илеңдә олтан бул... Ҡасанға тиклем?” – тигәне иҫкә төшә. Тыуған ереңдә эшләп, етеш йәшәү, милләтеңде үҫтереү мөмкинлеге биргән заман ҡасан килер икән?
Читайте нас: