Һеҙ етәкләгән райондың төрлө саҡтары булыуы ла беҙгә мәғлүм. Шулай ҙа 2001 йылда һеҙ был яуаплы эшкә тотонғандағы район менән хәҙергеһен сағыштырырлыҡ та түгел: Көйөргәҙе ере күҙ менән ҡаш араһында танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Хәҙер ҙә ул, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, заман менән типә-тиң атлай. Һеҙҙең оҙайлы йылдар буйына район менән етәкселек итә алыуығыҙ ҙа тап шул аҙымдарға бәйле. Артабан да шулай булһын!
Беҙ, бигерәк тә “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре һеҙгә икеләтә-өсләтә рәхмәтлебеҙ. Журналыбыҙҙы таратыуҙағы ихлас ярҙамығыҙ баҫманы һаҡлап ҡалыуға индергән өлөшөгөҙ ҙә ул.
Тыуған көнөгөҙ менән ҡотло булһын, Әхәт Йәүҙәт улы! Һеҙгә әлеге кеүек йәштәрсә баһадир һын-һыпат, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы теләйбеҙ!
Ҡотлау менән, “Ағиҙел” журналының меңәрләгән уҡыусылары исеменән:
Рәлиф Кинйәбай, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Салауат Әбүзәр, Илгиз Ишбулат.