Иң ҙур зыянды ял итеү урындары, күп ҡатлы йорттар, сарҙаҡ һәм подвалдар күргән. Вандалдар балалар майҙансыҡтарын, сүп-сар өсөн урналарҙы, эскәмйәләрҙе ҡыйратырға ярата. Бындай ғәҙәтте сир менән сағыштырыралар. Һау-сәләмәт һәм тәрбиәле кеше бер ваҡытта ла үҙе йәшәгән, ял иткән урында зыян килтермәй. Бәлки, сәбәпте өйҙәге, мәктәптәге тәрбиәнән эҙләргә кәрәктер? Хәҙер урам саттарында, кешеләр күпләп йөрөгән урындарҙа йөҙҙәрсә видеокамералар ҡуйылған. Ләкин һәр объектты камера менән тәьмин итеү мөмкин түгел. Шулай булғас, бик өмөтһөҙ тойолһа ла, тәрбиә эштәрен көсәйтергә кәрәктер.