Өҫтәлмә хаҡҡа һалым (НДС) үҫәсәк һәм 20 процент тәшкил итәсәк, тимәк, тауарҙарға, хеҙмәттәргә түләүҙәр артасаҡ. Хөкүмәт ташламалар ҡаралған тауарҙарға һалым 10 процент килеш ҡаласаҡ, тип өмөтләндерә. Ләкин быға бик һирәктәр ышана. Сөнки һалым артҡас, инфляция ла үҫәсәк, әлеге лә баяғы, хаҡтар артасаҡ. Яғыулыҡҡа, тәмәкегә, еңел автомобилдәргә акциздар артасаҡ, тимәк, башҡа тауарҙарға ла хаҡ үҫәсәк. Сөнки тауарҙарҙы ташыу һәм һаҡлау хаҡтары күтәреләсәк.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы тарифтарын күтәреү Хөкүмәттең иң аҫтыртын ғәмәлдәренең береһе. Хәҙер ул йылына ике тапҡыр күтәреләсәк. Быны ҡалала йәшәүселәр нығыраҡ тоясаҡ.
Үҙ эше менән шөғөлләнгәндәр, күсемһеҙ милеккә хужа булыусылар һалымдың артыуын тоясаҡ һәм үҙен рәнйетелгән һәм таланған кеше сифатында ҡабул итәсәк. Быныһына ғына күнербеҙ.
Баҡсасыларҙы ифрат күңелле һәм ҡатмарлы тормош көтә. Сөнки улар баҡса өйөндә түгел, торлаҡ йортта йәшәйәсәк. Бындағы үҙгәрештәр күләмен баҡсала йәшәүселәр түгел, ошо законды сығарған Хөкүмәт әһелдәре лә белеп бөтмәй шикелле.
Беҙҙе иң тетрәндергәне сүп-сар реформаһы булмағайы. Өҫтәгеләр беҙҙе ерҙе сүпләйҙәр, тип иҫәпләй. Ошоға эйәреп, Башҡортостанда сүп-сар сығарыуға 150-180 һум хаҡтар ҡуйғайнылар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был хаҡтарҙы халыҡ күтәрә алмаясаҡ, тип тарифтарҙы кәметергә ҡушты. Әлегә юғарылағы хаҡтарҙың яртыһы, йәғни, 70-80 һум тураһында һүҙ бара.
Бер аҙ күңелле хәбәрҙәр. Эш хаҡының минималь күләме артасаҡ, пенсиялар күтәреләсәк, пособиелар үҫәсәк. Шулай ҙа Хөкүмәт ябай кешеләрҙе лә иҫенә төшөрөр, эш хаҡтарын тағы ла күтәрер, пособиеларҙы арттырыр, тип өмөт итәйек.