Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2018, 11:41

Һөйөнсө! Байрам көндәрендә лә пенсияны таратасаҡтар! Өҫтәүенә, был юлы пенсиялар артып киләсәк.

Эйе, почта элемтәһе пенсияларҙы 3 ғинуарҙан уҡ тарата башларға вәғәҙә итә. Ә 9 ғинуарҙан пенсиялар ҡәҙимге график буйынса киләсәк. Тимәк, тотонорға һәм йәшәргә аҡса буласаҡ.

Пенсия артып киләсәк, тигән хәбәр ҙә дөрөҫ. Күпмегә өҫтәлеүен белергә теләһәгеҙ, компьютерығыҙ шәп эшләһә, страховка пенсияһының хәҙерге күләмен 0,0705 коэффициентына ҡабатлағыҙ. 1 ғинуарҙан пенсияларҙың страховка өлөшө 7,05 процентҡа индексацияланасаҡ. Әйткәндәй, быйыл пенсия реформаһын башлағанда һәр береһенә ай һайын меңәр һум өҫтәмә вәғәҙә иткәйнеләр. Раҫҡа сыҡһа, ҡайһылай шәп булыр ине.
Читайте нас: