Һамар өлкәһенән министр пенсионерҙарға макарондар ашарға кәңәш иткәйне, Екатеринбург өлкәһенән икенсе ханым йәштәрҙе: “Һеҙгә бала табырға берәү ҙә ҡушманы, ул – һеҙҙең эшегеҙ”, – тип, аптыратты. Стәрлетамаҡ түрәһе үҙенең уйлағанын сәхифәгә төшөрөп, карьераһы менән уйнамаймы икән? Әллә үҙенең эш хаҡы ошо мал-тыуарҙан йыйылған һалым иҫәбенә түләнеүен белмәйме? Ҡайҙан килә бындай тәккәберлек һәм эрелек?