Бөрйән районының “Таң” гәзите журналисы Таңһылыу Баһауетдинова район гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә бына нимәләр яҙа: “Бер башланғыс синыф уҡытыусыһы уҡыусыларынан, өйөгөҙгә ниндәй гәзит-журналдар килә, тип һорағас, бер уҡыусы: “Беҙгә “Красное и белое” тигән журнал ғына килә” тигән. Һәм... шуныһы. Был яуапҡа, “беҙгә лә шул журнал ғына килә” тип байтаҡ уҡыусылар ҡушылған...
Нигеҙҙә, хәмер-шараптар һатыу менән булышҡан “Красное и белое” магазинының бушлай таратылған реклама буклеттарының бала өсөн матбуғат баҫмаһы эталоны кимәленә күтәрелеүе шом һала... Уйландыра... Ә ниңә “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Йәншишмә”ләрҙе түгел, “Красное и белое”ны белеп үҫә икән һуң беҙҙең балалар? Ата-әсәләр, уйланырға урын бар түгелме?”