“Радий Хәбиров – тәжрибәле сәйәсмән. Рәсәй Президенты хакимиәтендә, Красногорск мэры сифатында ҙур һәм яҡшы мәктәп үтте, – тип билдәләне. Ул республикалар бер-береһенә ярҙам итергә тейеш, тине, – татар менән башҡорттан яҡын бер кем дә юҡ тип иҫәпләйем. Беҙ бер аҙ телмәр әйтелеше менән генә айырылабыҙ”.
Татарстан етәксеһе: “Башҡортостан – үҙ-үҙен тәьмин итерлек, илдең ҡеүәтле төбәге. Татарстан да үҙ-үҙен тәьмин итерлек. Беҙгә дуҫ йәшәргә, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, нефть химияһы, машиналар төҙөлөшө комплексын бергә эшләтеү кәрәк”, ¬– тип әйткән.