Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Декабрь 2018, 11:38

Радий Хәбиров ата-әсәләрҙән һәм инвалид балаларҙан ғәфү үтенде. Урындағы башлыҡтарҙың береһе балалар байрамының йәмен ебәргән.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Фейсбук аша үҙенең сәхифәһендә һөйләүенсә, уға райондарҙың береһенән хат килгән. Хат авторы урындағы хакимиәт башлығының мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған байрамға һуңлап килеүе һәм ярты сәғәт буйы райондың социаль-иҡтисади уңыштары хаҡында һөйләүе, ә залда, урын етмәү сәбәпле, этеш-төртөш булыуы хаҡында хәбәр иткән.

“Факттарҙы тикшерҙек, үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә раҫланды. Райондың исеен һуңғы тапҡыр күрһәтмәйем. Тағы ла ҡабатланһа, ундай етәкселәр яңы эш эҙләйәсәк.Балаларҙан һәм ата-әсәләрҙән шәхсән ғәфү үтенәм”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Читайте нас: