Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Декабрь 2018, 13:46

Өфөнө хатта Ҡаҙандан яҡшыраҡ тип билдәләгәндәр. Ә ниңә был хаҡта беҙ үҙебеҙ белмәйбеҙ?

Юҡҡа зарланабыҙ, бушҡа шыңшыйбыҙ шикелле. Ана, иң билдәле һәм мыжыҡ блогер Илья Варламов “Рәсәйҙә кемгә йәшәү яҡшы” рейтингында баш ҡалабыҙға 41-се урын биргән, ә Ҡаҙанды 54-се урынға төшөргән. Тимәк, Өфө былтырғы күрһәткесен туғыҙ баҫҡысҡа яҡшыртҡан.

“Радий Хәбиров – тәжрибәле сәйәсмән. Рәсәй Президенты хакимиәтендә, Красногорск мэры сифатында ҙур һәм яҡшы мәктәп үтте, – тип билдәләне. Ул республикалар бер-береһенә ярҙам итергә тейеш, тине, – татар менән башҡорттан яҡын бер кем дә юҡ тип иҫәпләйем. Беҙ бер аҙ телмәр әйтелеше менән генә айырылабыҙ”.
Татарстан етәксеһе: “Башҡортостан – үҙ-үҙен тәьмин итерлек, илдең ҡеүәтле төбәге. Татарстан да үҙ-үҙен тәьмин итерлек. Беҙгә дуҫ йәшәргә, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, нефть химияһы, машиналар төҙөлөшө комплексын бергә эшләтеү кәрәк”, – тип әйткән.
Читайте нас: