Әле, мәҫәлән, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова етәкселегендә бер төркөм студенттар “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тип аталған проект өҫтөндә эшләй. Ул Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған.
Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы әйтеүенсә, әле тауыш яҙҙырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған. “Проекттың төп маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәргә, күреү һәләте сикле йәки тома һуҡыр булған кешеләргә әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе, өйрәнеүҙе еңелләштереү, уңайлы итеү, – ти педагог. – Әле Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова менән Риф Сәйфуллин башҡарыуында бер нисә әҙиптең шиғырҙары яҙылды. Был эшкә шулай уҡ студенттар, уҡытыусылар, ғөмүмән, шиғриәтте үҙ иткән, яратҡан һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала”.