Уның ҡарауы юлаевсыларҙың бүлмәһендә команда капитаны Григорий Панин менән һөжүмсе Владимир Ткачёв сәкәләшеп китә. Капитан һөжүмсене насар уйнауҙа ғәйепләй. Дөрөҫ әйтә, сөнки, Ткачёв иң һуңғы һәм берҙән-бер шайбаһын 14 сентябрҙә “Аҡ Барс”ҡа индергән. Ундай ялҡауҙарҙы беҙҙең колхозда тотмай, аҡса ла түләмәй торғайнылар. Өс ай буйы бер мәрәй ҙә алмаған уйынсы кемгә кәрәк икән? Хәйер, ир-ат үҙ-ара сәкәләшһә лә, уртаҡ телде тиҙ таба торған.