Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу кәмей, уҡытыусылар эшһеҙ ҡала. Дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең ҡулланыу даирәһе юҡ кимәлендә. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә эшһеҙлек, эскелек, өмөтһөҙлөк төп проблема булып тора. Автономияның 100 йыллығы, белеүемсә, барлыҡ халыҡтар, йәғни, дәүләт байрамы. Тимәк, республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтар: урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, марийҙар, удмурттар һәм башҡалар шундай уҡ йыйын үткәрергә хаҡлы. Әлегә улар өндәшмәй. Ҡоролтайҙа ултырыусылар, бәлки, 2020 йылда Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һымаҡ милләтебеҙҙең яҙмышын хәл итер сара үткәрелеүен белмәйҙәрҙер, йә онотҡандарҙыр. Нимә, беҙгә тағы Ҡоролтайға йыйылырға һәм былай ҙа тарҡау халҡыбыҙҙы тупланырға саҡырырғамы? Ошо хаҡта нисек уйлайһығыҙ?