Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Декабрь 2018, 11:52

Рәсәй мәктәптәрендәге уҡытыусыларҙы етди үҙгәрештәр көтә. Уҡытыусылар ике төргә бүленәсәк.

Уҡытыусылар өлкәндәргә һәм әйҙәүсе уҡытыусыларға бүленәсәк. РФ мәғариф министры Ольга Васильева аңлатыуынса, өлкән уҡытыусы башҡа педагогтарҙың эшен ойошторасаҡ, методик яҡтан ярҙам итәсәк, уҡыусыларҙың үҙенсәлеген иҫәпкә алып, шәхси мәғариф йүнәлеше бирәсәк.

Өлкән уҡытыусы исеменә биш йыл эшләгәндән һуң ғына дәғүә итергә мөмкин. Ә әйҙәүсе уҡытыусы исемен яулау тағы ла ҡатмарлыраҡ – ун йыл стаж һәм юғары категория квалификацияһы кәрәк. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңылыҡ өлкән быуын һәм йәштәр араһында бәйләнеште нығытырға ярҙам итәсәк. Әлегә, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу хаҡында ҡыуаныслы хәбәрҙәр юҡ. Әйткәндәй, “Российская газета” хәбәр итеүенсә, Мәскәү уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы 107600 һум тәшкил итә. Кем әйтмешләй, бындай эш хаҡы алыу ҡурҡынысы беҙгә янамай.
Читайте нас: