Икенсе ирем Азат исемле. 22 йәштә. Минең өсөн өҙөлөп тора. Быйыл институтты тамамлай. Ҡыҙҙар артынан күп саба, үҙе лә яратмаҫлыҡ түгел. Оҙон буйлы, матур йөҙлө. Көнләшеүен көнләшәм, ни хәл итәйем һуң? Өсөнсө ирем менән ун ике йыл бергәбеҙ. Уның менән әле нимә эшләргә лә белмәйем. Автомобилдәр менән мауыға, әллә сирләйме икән, тип тә уйлап ҡуям. Үҙемде Саматым өсөн яуаплы тоям. Ул бит минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмай. Ана, дүртенсе ирем ята, осраша башлауыбыҙға ун ғына ай әле. Мин уны тәүге өсәүһенә ҡарағанда ла нығыраҡ яратам һымаҡ. Ошо дүртәү яйлап ҡына сәсемде ағарта инде. Илдарым уянып, мышҡылдай ҙа башланы, тағы йүргәген бысратҡандыр инде. Кем әйтмешләй, памперстарҙы принципиально тотонмайым. Ир-егеткә бигерәк зыянлы ти бит ул. Ябай ғына әйткәндә, һеҙҙе вариҫһыҙ, әйтһәм, әйтәйем, тоҡомһоҙ ҡалдырыуы ихтимал икән. Бер үҙемә дүртәү менән ҡыйын да, еңел дә, рәхәт тә. Тик бер ҡыҙ кәрәк ине. Иремә әйткеләп ҡараным, ыжламай ҙа йылмая ла ҡуя. Беҙгә һин дә еткән, ти инде. Бөгөн тағы бер һөйләшеп ҡарайым әле. Бәлки, ризалашыр, Илдар менән бергә үҫер ине.