Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Декабрь 2018, 18:02

Беҙҙең полицияға нимә булған? Йыл башынан һигеҙ хеҙмәткәр үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Февраль. Благовещенск районы полиция бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы.Май. Стәрлетамаҡ полиция бүлегенең 21 йәшлек хеҙмәткәре.

Июнь. Полицияның ике хеҙмәткәренең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы билдәле булды.
Август. Ҡыйғы районында участковыйҙар бүлеге начальнигы.
Ноябрь. Кушнаренко районында оператив дежурный, өс бала атаһы.
4 декабрь. Нуриман районында ЮХДДИ инспекторы.
24 декабрь. Өфө ҡалаһында ЮХДДИ инспекторы эш урынында үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Бер йылда һигеҙ кеше. Бик күп түгелме? Коллегаларының әйтеүенсә, уларға дәғүәләр булмаған, хеҙмәттә һәйбәт иҫәптә торғандар. Эш хаҡы сағыштырмаса юғары, йәшәү шарттары насар түгел. Бында һорауҙар күп. Бәлки, улар психологик ярҙамға, кәңәшкә мохтаж булғандарҙыр. Кеше тик торғандан һуңғы сиккә барып етмәй, бәлки, ғаиләләрендә аңлау тапмағандарҙыр. Яҡындарына хоҙай түҙемлек бирһен. Үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы бер дин дә яҡламай.
Тап шуның өсөн уларҙы зыярат кәртәһенең тышында ерләгәндәр.
Читайте нас: