Ә икенсе яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдинов үҙенең хаҡын төшөрөргә мәжбүр булған, етмәһә, 1,3 миллион һумға ла заказсылар бик күренмәй. Ә өсөнсө урында Фирҙүс Тәмаев үҙенең төркөмө менән 200 мең һумға йырлай. Һәр бер йырсы яңы йыл кисәләрен көтөп ала. Сөнки иң күп аҡсаны ошонда эшләп ҡалырға мөмкин. Өҫтәүенә, бер төрлө булып алған заказсылар кем нисек йырлағанына ла иғтибар итмәй. Ярай, беҙ яңы йыл кисәләрен зәңгәр экран алдында ла бик матур үткәрәбеҙ.