Баҫ, улым, “Әпипә”, һин баҫмаһаң, мин баҫам!
Беҙҙең сайттың тамашасылары өс йәшлек Ильяс Яҡупов менән таныш инде. Бер нисә аҙна элек уның өй һелкетеп бейеүен тамашасыларыбыҙға тәҡдим иткәйнек. Ул Дыуан районы, Мәсәғүт ауылынан, бейеүҙе һөнәр итеп алмаҡсы, тип аңланыҡ. Ныҡ ҡына репетициялар үткәргәндер, баҫыуына ҡарағанда, “Әпипә”гә өҫтөнлөк бирә, шикелле. Бейеһен, өйрәнһен, һаулыҡ, аҡ бәхеттәр һиңә, сабый!..