Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Декабрь 2018, 18:59

Радий Хәбиров Яңы йыл бүләктәренән баш тартты. – Миңә булған ҡотлауҙарығыҙҙы мессенджер аша ебәрегеҙ, – ти ул.

Күргәнһегеҙҙер, Аҡ йорт, төрлө министрлыҡтар, идаралыҡтар эргәһендә төрлө ҙурлыҡтағы сағыу пакеттар тотҡан урта кимәлдәге түрәләр эркелешеп йөрөй. Улар ҙурыраҡтарына Яңы йыл ҡотлағыстары тарата. Ғәҙәттәге күренеш, берәү ҙә тыймай, һәр хәлдә, хупламай ҙа.

Республика етәксеһе бындай кәрәкмәгән бүләктәр менән алыш-биреште бөтөрәйек, тип социаль селтәрҙәр аша чиновниктарға мөрәжәғәт итте. Оҙаҡламай белербеҙ, Башлыҡтың тәҡдимен кемдәр тормошҡа ашырҙы икән?
Читайте нас: