Алыҫтағы яҡшыраҡ күренә, тигән һымаҡ, элек яҡшы булғанмы, әллә хәҙерме, һорауына дөрөҫлөктө билдәләүе ауыр. Эйе, ауылдағылар колхозды һағына, ҡалалағыларҙың төшөнә 2 һум 20 тинлек колбаса инә. Хәҙер ҡоролош үҙгәреүҙән кем тапҡан, кем юғалтҡан – әйтеүе ҡыйын. Шуныһы мәғлүм, социализмда ла, коммунизмда ла, капитализмда ла йәшәп ҡараныҡ, барыбер үҙеңә эшләргә, көс һалырға тура килә.