Ә Советтар Союзы күргән зыян әле булһа тулы кимәлдә иҫәпләнмәгән. Етмәһә, СССР үҙе лә тарҡалып ҡуйҙы. Германия тап ошо үҙгәрештәрҙе үҙ мәнфәғәтендә файҙаланмаҡсы. Тағы шуныһы: Германиянан сығарылған мәҙәни байлыҡтар шәхси мөлкәткә ҡарай. Ә халыҡ-ара хоҡуҡ ҡағиҙәләре буйынса шәхси мөлкәт ил мәнфәғәтендә зыянды ҡаплатыу йөҙөнән файҙаланылмай. СССР территорияһында таланған һәм Германияға сығарылған, йәшерелгән тарихи байлыҡҡа ҡағылмай, сөнки был мөлкәт ҡасандыр айырым кешеләрҙеке булған һәм дәүләт файҙаһына тартып алынған, тип раҫлай немецтар.