Ағиҙел
-11 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2018, 14:49
Мулла менән попты саҡырғандар. Тик улар ғына ярҙам итерме икән?
Һеҙгә мәғлүм булыуынса, Ҡырмыҫҡалы районы полиция бүлеге начальнигына ҡарата енәйәт эше асылған, ул тикшереү изоляторында. Был хәлде коллегалары бик ауыр кисерә һәм сәбәпәрен эҙләй. Хатта полицейскийҙар араһында берәйһе беҙгә сихыр (урыҫсаһы порча була) ебәрмәнеме икән, тип шикләнеүселәр ҙә, хатта ышаныусылар ҙа бар.
Апыраған көндән урындағы мулла менән попҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Абруйлы руханиҙар ярҙамдан баш тартмаған, килеп доғалар уҡып, шартына еткергәндәр. Ярҙам итһә ярар ине. Бәлки, тағы берәй көслөрәк сара талап ителмәйме икән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся