Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2018, 12:48

Элвин Грейға тынғы юҡ. Концерт ваҡытында “шартлатам”, тип шылтыратҡандар.

Йырсының Татарстандың Аҙнаҡай районындағы концертын билдәһеҙ кеше “шартлатам”, тип өҙә яҙған. Шунда уҡ полицияға шылтыратҡандар, тамашасыларҙы залдан сығарырға тура килгән. Тиҙ арала ғәйеплене лә асыҡлағандар, әле тикшереү эштәре бара.

Радик Юлъяҡшин ҡурҡып тормаған, концертын дауам иткән, тамашасылар ҡәнәғәт таралған.
Элвин Грейҙың концерттары ҙур уңыш менән бара. Хатта уға Татарстандың иң абруйлы бүләге – Туҡай премияһын биреү хаҡында ла һүҙҙәр йөрөй. Бирһен хоҙай, беҙ ҡаршы түгел.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: