Беҙҙең тәҡдимдәр бының менән генә бөтмәй. Ҡәҙерлеләрегеҙгә, яҡындарығыҙға иҫтәлекле байрамдар, ғаилә саралары айҡанлы беҙ һеҙгә шиғыр яҙып бирә алабыҙ. Икеләнмәгеҙ, яҡындарығыҙға һис шикһеҙ оҡшаясаҡ. Хатта шиғырҙы ятлап, һөйләп йөрөйәсәктәр. Хаҡтарын килешербеҙ, һүҙҙәрен табырбыҙ, һеҙҙе лә, ҡәҙерлеләрегеҙҙе лә ҡыуандырасаҡбыҙ.
Әгәр һеҙ теләһәгеҙ, һеҙҙең теләк беҙҙең өсөн закон, һеҙ яҙҙырған шиғырҙы һәм һеҙҙең ҡәҙерле кешегеҙҙең фотоһүрәтен, хатта ғаилә һүрәттәрен беҙҙең сайтҡа һәм социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙгә ҡуйырға мөмкин. Һеҙҙең йылы һүҙҙәрегеҙҙе барлыҡ донъя белһен, шатлыҡтарығыҙҙы халыҡ ишетһен.