Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Декабрь 2018, 11:00

Татарстанда башҡорттарҙың “Тарихты яңынан яҙыуҙары”нан ҡоттары осҡан. Был хаҡта Татарстан Фәндәр академияһы президенты белдерҙе һәм бындай күренештәр менән көрәшергә саҡырҙы.

ТР Фәндәр академияһы президенты Мәғсүм Сәләхов Башҡортостанда тарихты яңынан яҙыу осраҡтары хаҡында белдерҙе. “Башҡортостанда мәҙәни мираҫты бүлешеү, тарихты мифологиялаштырыу менән шөғөлләнәләр. Тарихты яңынан яҙмаһындар өсөн беҙгә Урта быуаттарҙы белгән, әҙерлекле йәш фән докторҙары, маҡсатҡа йүнәлешле эш, Хөкүмәт ярҙамы кәрәк”, – тип билдәләй президент әфәнде.

Бүрәнә аша бүре күреү ҡайҙан килгәндер, әйтеүе ҡыйын. Башҡорт менән татар араһында бындай ғына бәхәстәр элек тә булғылаған, тик береһе лә матбуғат саралары аша һүҙ көрәштереүҙән ары китмәй торғайны. Быныһы ла шулай булмағайы. Мин, мәҫәлән, быға тиклем күршеләрҙә ике президент барлығын белмәй ҙә инем. Һәр хәлдә, президент Рөстәм Миниханов былай уҡ ваҡланып тормаҫ. Шулай ҙа күңелдә бер шик бар, “Урал батыр” эпосы күптән инде күршеләргә тыныс йоҡларға ирек бирмәй. Яңы ғына Башҡорт академия драма театрында “Урал батыр” эпосы буйынса премьера ҙур уңыш менән үтте. Шик бар: “Урал батыр” сәбәпсе түгелме икән? Шулай булһа, бынан да яҡшы рекламаны табыуы ҡыйын. Мотлаҡ барып ҡараясаҡмын!Фәндәр академияһы президентын йәйгә Шүлгәнташ мәмерйәһенә саҡырырға кәрәк. Шундағы мамонттарҙы, носорогтарҙы күреп, фәһем алһын. Мамонттар, носорогтар күптән ҡырылып бөткән, ә башҡорттар бында һаман йәшәй. Киләсәктә лә, Аллаһ бойорһа, йәшәрбеҙ. Амин.
Читайте нас: