Ә шыршы ҡайҙан һуң? Был хаҡта әйтеүе лә уңайһыҙ. Хеҙмәткәрҙәр шыршыны эргәләге зыяраттан, теүәлерәк әйткәндә, заманында Стәрлетамаҡты матурлау өсөн күп көс һалған, атҡаҙанған архитектор Юрий Подрядовтың ҡәберенән ҡырҡып алып, килтергәндәр.
Был хаҡта боҙ майҙансығын төҙөүселәр белмәгәндер. Ләкин ошондай бер ҡатлы аҡланыу ҡабул ителерме? Яуаплы хеҙмәткәрҙәр шыршыны тураҡлап, сүплеккә ташлауҙан башҡа бер әмәл дә таба алмаған.
Майҙансыҡта хәҙер элеккеһенән дә ҙурыраҡ шыршы ултыра, тиҙәр. Бирһен хоҙай, урмандан килтерелгән булһа ярай ҙа бит. Тик был ғына ғәйеплеләрҙе аҡлармы икән?