“Роснефть” компанияһының матбуғат секретары Михаил Леонтьев әйтеүенсә, ҡулайлаштырыу бик йомшаҡ шарттарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. “Роснефть” “Башнефть” компанияһының Мәскәүҙәге вәкиллегенә мохтаж түгел. Эксперттар был аҙымды ыңғай баһалай. Башҡортостанда нефть сығарыусы компания хәҙерге шарттарҙа үҙ урынында булырға тейеш. Иҡтисади көрсөк ваҡытында киҫкен саралар ҙа күрергә тура килә.