Был һүҙҙәрҙе Конгресс-Холл-Торатауҙың залында ултырған меңгә яҡын кеше алҡыштар менән ҡаршы алды һәм үҙенең хөрмәтен аяғүрә баҫып белдерҙе. Республика Башлығы йылы һүҙҙәрҙе Рөстәм Хәмитов өсөн дә тапты. Башлыҡ вазифаһын башҡарыусының беренсе мөрәжәғәтнамәһе үҙенең ябайлығы, зал менән үҙ-ара бәйләнеш шарттарында барыуы, аңлайышлылығы менән айырылып торҙо. Бер сәғәткә яҡын барған телмәрҙе залдағылар тиҫтәләрсә тапҡыр алҡыштар менән хуплауын белдерҙе. Хәҙер күмәк көс менән мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу мөһим.