Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә: “Өс йыл тыуған ауылымда булғаным юҡ. Эш сәфәренең маршрутын Һайран аша үткәреүгә бик ҡыуандым. Ауылдаштарҙың мәшәҡәттәре шул уҡ. Дөрөҫ, хәҙер улар минең менән нисектер уңайһыҙланып, тартынып ҡына һөйләшә. Шулай ҙа беҙҙең кешеләр, айырыуса ауылда, баҫалҡы һәм намыҫсан. Ә хәҙер, етмәһә, миңә уйларға кәрәк, нисек итеп йомоштарын үтәүҙән баш тартып, яҡташтарҙы рәнйетмәҫкә, ярҙам итеп булһа, нисек республиканың башҡа кешеләренә зыян килтермәҫкә. Уйлауымса, булдырырбыҙ”, – тип яҙып ҡуйған бөгөн.
– Һөйләгеҙ, нисек йәшәйһегеҙ, ниндәй мәшәҡәттәрегеҙ бар, нисек һеҙгә ярҙам итергә? – тип өндәште Радий Хәбиров үҙенең ауылдаштарына.
– Фельдшер-акушер пункты, газ үткәрергә, урамдарҙы яҡтыртырға, юлдарҙы төҙөкләндерергә, – тип һанап китте һайрандар, уңайһыҙланып ҡына. – Эш урындары юҡ, ирҙәр ҡалаға эшкә китә, йә Себерҙә вахтала, ай ярым өйҙә булғандары юҡ.
Республика етәксеһе ауылдаштарын иғтибар менән тыңланы, үтенестәрен бер программаға туплауҙарын һораны. Һайрандың социаль проблемаларын хәл итеү тулы кимәлдә тормошҡа ашырыласаҡ.
– Тыуған ауылыма иғтибар бүлергә теләйем, ул минең тыуған ерем, минең улар алдында бурысым бар. Башҡалар үпкәләй күрмәһен. Бында ҙур малсылыҡ фермаһы төҙөтөү тураһында ҡарар ҡабул иттем, тимәк, эш урындары ла буласаҡ, ¬– тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы мәрхүм атаһы Фәрит Барый улы директор булып эшләгән мәктәптә лә керҙе. Мәктәп директоры һәм уның ҡатыны Разия Исхаҡ ҡыҙы һайрандар күңелендә йылы һәм яҡты эҙҙәр ҡалдырған. Улар сәсеп ҡалдырған изгелек орлоҡтары бөгөн мул уңыш бирә. Мәктәп директоры, хәтерләүҙәренсә, бик яҡшы күңелле һәм тәүәккәл кеше булған. Фәрит Барый улы иҫке ағас мәктәп урынына кирбестән өр-яңыны төҙөткән. Радий Хәбировҡа атаһы төҙөткән мәктәптә уҡырға тура килмәй, уға алты йәш тулғанда ғаилә Ишембай ҡалаһына эшкә күсерелә. Радий Фәрит улы Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбен тамамлай. Һайран мәктәбендә элекке директорҙың һәм уның ҡатынының яҡты иҫтәлеген онотмайҙар. Ошонда уҡ Фәрит Барый улы яҙған “Минең ғүмеремдең бәхетле йылдары” тигән китап бар. Республика етәксеһе стенд менән һүҙһеҙ генә танышты, күрәһең, ошонда үткәргән бәхетле йылдарын, баҡыйлыҡҡа күскән атаһы менән әсәһен иҫкә төшөргәндер.
– Ә бына Һайран мәктәбен тамамлаған атаҡлы кешеләр, мәҫәлән, Зөфәр Йәдкәр улы Мортазин. Заманында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләне. Ҙур тәжрибәгә эйә етәксе, уның кәңәштәренә мин әле лә ҡолаҡ һалам, – тине Радий Хәбиров.
Совет урамындағы ябай ғына йортҡа килдек. Бында Радий Хәбиров тыуған һәм ҡалаға күскәнсе ошонда йәшәгән. Бөгөн был йортта хеҙмәт ветерандары Йәзилә Хафиз ҡыҙы менән Ғаяз Ғайса улы Яҡуповтар йәшәй.
Сәй эскән арала ауыл тарихын, хәҙерге республика етәксеһенең бала сағын иҫкә төшөрҙөләр.
– Әле лә хәтерләйбеҙ,– тиҙәр ауылдаштар. – Кескәй генә Радий тәҙрә эргәһендә әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙының мәктәптән ҡайтҡанын көтә. Уны бик яраталар ине, ни тиһәң дә, өсөнсө ул, төпсөк малай. – Тинеләр һайрандар, хәтирәләргә бирелеп.
Ике-өс сәғәт ваҡыт үтте лә китте. Шуға иғтибар итте һайрандар, ауылдаш һис тә үҙгәрмәгән, атаһы һәм әсәһе һымаҡ ихлас, ябай һәм ярҙамсыл.