Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2018, 20:58

“Ҡояшҡа ынтылығыҙ, тәүәккәлләгеҙ, хыялланығыҙ!”

Һәр ерҙә һүҙ алдан йөрөй шул. Ул күңелгә һынмаҫ ҡанат та ҡуя, ҡайһы саҡта ҡолата һуғыуы ла ихтимал. Ә республика етәксеһе Радий Хәбиров теләктәр диуарына ниҙәр яҙған тиһегеҙ?

“Ҡояшҡа ынтылығыҙ, тәүәккәлләгеҙ, хыялланығыҙ! Барыһы ла килеп сығыр, тик үҙеңә ныҡлы ышанырға кәрәк!” – тип яҙҙы ул Күмертау ҡалаһында асылған “Квантолаб” балалар технопаркының теләктәр диуарына.
Инженерҙар әҙерләнәсәк заманса үҙәк “Рәсәй вертолеттары” йәмғиәте һәм Мәғарифты үҫтереүҙең яңы формалары фонды ярҙамында асылған. Унда йыл һайын 800 самаһы бала йөрөй аласаҡ, тип күҙаллана.
Радий Хәбиров бында уҡытыусылар, буласаҡ инженерҙар менән аралашты, уларҙың киләсәккә пландарын белеште, башлаған эштәрен ҡараны, робот техникаһы буйынса ярышты күҙәтте.
А. ЙӘРИМОВ.
Читайте нас: