Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2018, 20:49

Әҙәби конкурс лауреатының да хәлен белеп сыҡты Радий Хәбиров

“Ошонда минең атай-әсәйемдең баҡса биләмәһе була торғайны. Был ерҙәрҙе бик яҡшы хәтерләйем...” Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тыуған төйәге Ишембайға эш сәфәре ошондай яҡты, матур хәтирәләрҙән башланды. Бәләкәй Ватанында тағы ла ниндәй тойғо-кисерештәр, осрашыуҙар көтә ине етәксене?

Эйе, элек Ишембай ҡалаһы янындағы баҡсалар урынлашҡан ерҙә хәҙер Кузьминовка тигән яңы биҫтә ҡалҡып сыҡҡан. Халыҡ тырышып төҙөлөш алып бара. Шулай ҙа, әлбиттә, проблемалары ла юҡ түгел. “Биҫтәгә һыу һәм “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрергә ине, – тип мөрәжәғәт итте улар республика етәксеһенә. – Һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк, Радий Фәрит улы”. Әйткәндәй, был биҫтәнән ерҙе нигеҙҙә социаль яҡтан яҡлауға мохтаж граждандарға биргәндәр, улар араһында күп балалы ғаиләләр бихисап.
Радий Фәрит улы халыҡтың үтенестәрен тыңлап, киләһе йылдың көҙөнә биҫтәгә үҙәкләштерелгән һыу үткәргес һәм “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреләсәк, тине һәм район етәкселегенә юлды яҡшыртыу кәрәклеген әйтте.
“Юрматы-2” лә – яңы биҫтәләрҙән. Ер участкалары нигеҙҙә ишле ғаиләләргә бирелгән, барлығы бер мең ярымдан ашыу кеше йәшәй. Яңы урында, әлбиттә, әлегә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, “зәңгәр яғыулыҡ” юҡ. Республика етәксеһе был маҡсатҡа аҡса бүленәсәген, киләһе йылдан эш башланасағын әйтте.
Бында халыҡ шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн тротуар кәрәклеген, балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн борсолоуын белдерҙе. “Мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тине етәксе. – Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – иң мөһиме”. Башланғыс кластарҙың икенсе сменала белем алыуы ла борсой ата-әсәне. Быға яуап итеп район етәксеһе Марат Ғайсин әйтеүенсә, киләһе йылда 9-сы мәктәп ремонтланасаҡ, һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың күп өлөшөн беренсе сменаға күсереү мөмкинлеге асыласаҡ.
***
Ишле ғаиләләр, йәшәү шарттары... Халыҡ тыуған төйәгендә төпләнеп, күп бала үҫтерергә, нәҫел-затын дауам итергә, эшләргә теләй икән, уның өсөн уңайлы, хәстәрлекле мөхит тыуҙырылырға тейеш. Был иң беренсе бала табыу йортона ҡағылалыр. Ишембайҙағы ошо медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән дә танышып сыҡты Радий Хәбиров. Уның етмеш йыллыҡ тарихы бар.
“Ике йылдан яңы бина төҙөләсәк, – тип белдерҙе республика етәксеһе буласаҡ әсәләр менән һөйләшеүҙә. – Иң мөһиме – сәләмәтлек, именлек. Сабыйҙар күберәк тыуһын. Эйе, беҙҙең республикала тыуым кимәлен күтәреү мөһим. Мине иң ныҡ борсоғаны – сабыйҙар үлеме. Буласаҡ әсәйҙәр өсөн уңайлы палаталар булдырырға, шулай уҡ заманса балалар поликлиникалары төҙөргә бурыслыбыҙ”.
***
...1982 йылға тиклем был бинала 11-се мәктәп – Радий Фәрит улының туған белем усағы – урынлашҡан булған. Хәҙер иһә – Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалы. Шулай ҙа бында республика етәксеһен үтә шатлыҡлы осрашыу көткән: элекке уҡытыусылары Әллүрә Сафиуллина менән Әнүәр Шәңгәрәев күрешергә килгән!
“Радий яҡшы уҡыны, барыһын да тиҙ аңлай торғайны, спорт менән шөғөлләнде, – тип хәтер ебен һүтте физика уҡытыусыһы Әллүрә Сафиуллина. – Уның күңеленә тыумыштан өлкән быуынға, уҡытыусыларға ихтирам-хөрмәт тойғоһо һалынғайны. Уҡыусым менән шул ҡәҙәр ғорурланам!”
Ул шулай уҡ бөгөнгө мәктәптәрҙә педагогтар етешмәүенә, айырыуса ир уҡытыусыларҙың аҙлығына тәрән борсолоуын белдерҙе.
Университет филиалына килгәндә, уҡыусылар һаны артыу сәбәпле, бинала тығыҙлыҡ проблемаһы бар. “Юғары уҡыу йорто һәм ҡала етәкселеге менән берлектә мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләрбеҙ”, – тине республика етәксеһе.
Петровский ауылында иһә Радий Хәбиров балалар йортона инеп сыҡты. Ундағы ун йәшлек Маргарита Ишемова 7 декабрҙә үҙе башҡа приюттарҙың тәрбиәләнеүселәре – “Сыңлай күңелем ҡылдары” әҙәби конкурс лауреаттары менән берлектә республика етәксеһенең эш урынында булғайны. Шунда ҡыҙ Радий Фәрит улын ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтҡан икән.
“Яңы йыл алдынан кәйефегеҙ нисек? Ниндәй билдәләргә өлгәшәһегеҙ?” – тип ҡыҙыҡһынды етәксе Маргарита һәм уның туғандары Виолетта менән Верониканан. Әйткәндәй, ҡыҙҙар Өфөнөкө, әсәләре уларҙы ҡарау хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
Өлкәндәре Виолетта 9-сы кластан һуң баш ҡалала белем алып, балалар баҡсаһында эшләргә хыяллана икән. Радий Хәбиров уның артабанғы яҙмышын күҙәтеп торасағы хаҡында әйтте.
Республика етәксеһе Маргаритаға Өфөлә бергә төшкән фотоһүрәтте бүләк итһә, ҡыҙ уға үҙе яһаған, Яңы йыл уйынсыҡтары менән биҙәгән, балҡып торған шыршы тотторҙо...
***
Йәш быуындың бала сағы бәхетле, әсәләрҙең йөҙө көләс, өлкәндәрҙең күңеле тыныс, тормош матур булһын өсөн, әлбиттә, төбәктә иҡтисади ҡеүәт кәрәк. Радий Хәбиров был йәһәттән Ишембайҙағы “Инман” предприятиеһы, “Витязь” компанияһы эшмәкәрлектәре менән танышып, уларға яҡшы баһа бирҙе. Республика етәксеһе шулай уҡ Күп функциялы үҙәктең урындағы бүлексәһендә булды, алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса фекер алышты, эше туҡтатылған фабриканың ятағында йәшәүселәрҙең проблемаһын тыңлап, уны яйға һаласағын әйтте.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: