Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабрь 2018, 14:58

Зәйнәб Биишева әҫәрен дә сәхнәлә күрер көн бар икән! Бик ваҡытлы!

Һөйөү, тоғролоҡ, хыянат, өмөтһөҙлөк, нәфрәт... Кешелектәге ошо иң көслө тойғоларҙы күрһәтеп, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирергә, уларҙы сәнғәткә ылыҡтырырға буламы? “Эйе”, – тиҙәр Милли йәштәр театрында.

Унда бөгөн һәм иртәгә ҙур премьера көтә: Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” әҫәре буйынса ҡуйылған музыкаль риүәйәт. Тамаша халыҡ яҙыусыһының юбилейына, шулай уҡ Театр йылы асылыуға бағышлана. Ҡуйыусы-режиссер – Рөстәм Хәкимов.
Читайте нас: