Билдәле яҡут режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы, СССР-ҙың, Рәсәйҙең, Саха (Яҡут) республикаһының дәүләт премиялары лауреаты Андрей Борисов спектаклдең авторы булараҡ сығыш яһай, ул ил халыҡтары эпостарын өйрәнеү менән күптән шөғөлләнә.
Эпик спектаклдең төп символик атрибуттарының береһе – ағас кәмә. Ул геройҙарҙы бер донъянан икенсеһенә күсереп ҡотҡара, йә уларҙың аяҡ аҫтына юл булып түшәлә, йә уй-фекерҙәрҙе белдереү өсөн үҙенсәлекле подиумға әүерелә. Ә көй... Урал Иҙелбаев, һәр ваҡыттағыса, юғары аһәң тыуҙырыуға өлгәшкән.
Спектаклдә бөтөн труппа ҡатнаша тиерлек. Төп ролдәрҙә – йәш, әммә танылған сәхнә оҫталары Ринат Баймырҙин менән Руслан Хайсаров. Урал һәм Шүлгәндең бәләкәй сағын Илназар Әхмәтйәнов, Ислам Суфиянов кәүҙәләндерә. Эпосты һөйләгән Сәсән ролендә – Сәғиҙулла Байегет.