Дим районында Красивая поляна (Матур аҡлан) урамы, Маҡтаулы тимер юлсы Иван Спатар, Рәшит Мануров, Урал Рәжетдинов, Фёдор Креков урамдары, Дмитрий Волков исемендәге бульвар барлыҡҡа киләсәк. Үкенескә ҡаршы, юғарыла һаналғандарҙың береһен дә белмәйем, һәр хәлдә, лайыҡлы кешеләрҙер, тип уйлайым. Киров районында Академик Ғатауллин урамы буласаҡ. Уның хаҡында уҡығаным бар, хуплайым.
Нуғай ҡасабаһын Баҡсаһарай, Берестяная (Ҡайын туҙы), Беловежская (СССР-ҙы юҡ иткән сауҡалыҡ иҫтәлегенәме икән), Лютиковая, Облачная, Прелестная, Июльская, Нектарная (уф, аҙағына сыҡтым) урамдары биҙәйәсәк.
Һиҙәһегеҙме, исемдәр бер яҡлы, йәғни тенденциоз. Мин, мәҫәлән, Өфөлә егерме йыл йәшәп, Шәйехзада Бабич урамын күргәнем түгел, унда йәшәгән йәки ошо урамды күргән кешене ошо көнгәсә күргәнем юҡ. Бәлки ҡайҙалыр атаҡлы драматургтар Нәжип Асанбаев, Флорид Бүләков, яҙыусылар Денис Бүләков, Әхмәт Сөләймәнов, Ирек Кинйәбулатов, Сафуан Әлибаев, Академик Нияз Мәжитов, ғалимдар Роберт Байымов, Ринат Йосопов һәм башҡа бик күп хөрмәтле башҡорт арҙаҡлыларының исемдәрен йөрөткән урамдар, тыҡырыҡтар, бульварҙар барҙыр. Бәлки, ишетмәй ҡалғанмындыр. Шулай ҙа Өфө ҡалаһын туҙға яҙмаған исемдәр биҙәренә шикләнәм. Ә һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?