Генпрокурор Ространснадзорҙың ябай хеҙмәткәрен миҫал итеп килтерә. Уның ҡатыны 66 автомобиль һатып алған. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең йыллыҡ килеме бер иномарка һатып алырлыҡ ҡына булған. Шундай уҡ осраҡ Краснодар крайында теркәлгән. Федераль юлдар идаралығы начальнигы үҙенең алты миллион һум бирсәге булған фирмаға 2,6 миллиард һумлыҡ подряд эштәрен алырға ярҙам иткән. Өҫтәп шуны әйтәйек, һуңғы осорҙа коррупция менән бәйле 47 меңдән ашыу төрлө кимәлдәге түрә яуаплылыҡҡа тарттырылған, 2,5 мең енәйәт эше асылған.