Белгестәр әйтеүенсә, ул барлыҡ мосолман өммәте, шулай уҡ ғилми йәмәғәтселек өсөн кәрәкле, файҙалы баҫмаға әүереләсәк. Ҙур фәнни хеҙмәт республикабыҙ тарихында Исламдың тотҡан урынына бағышланған. Бында – үҙенсәлекле дәлилдәр, фотоһүрәттәр, боронғо бихисап документ... Үткәндәр менән бер рәттән, төбәгебеҙҙең бөгөнгө мосолмандары тормошо хаҡында ла мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ғөмүмән, ғәйәт ҙур хеҙмәт башҡарылды. Яңы баҫма һәр кемгә ҡыҙыҡлы буласаҡ, ул һәр мосолманға өҫтәл китабына әйләнә ала.