Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабрь 2018, 15:12

Һаулыҡ һаҡлауҙағы етешһеҙлектәр... Улар электән килә һәм ябай халыҡтың үҙәгенә үтте.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауға арналған кәңәшмәлә тармаҡ еренә еткереп эшләмәй тигән фекер әйтте. – Беҙ бөтәһе лә теүәл эшләй, тип әйтә алмайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы чиновниктарға. – Өҫтән-мөҫтән эшләйһегеҙ. Һеҙ эш һөҙөмтәһе хәл ителгән урында түгелһегеҙ. Һеҙ кешеләр эргәһендә булырға бурыслы.

Һаулыҡ һаҡлауға ҡарата социаль селтәрҙәге “Инцедент” системаһы аша ялыуҙар килеүе дауам итә. Һуңғы аҙнала ғына белгестәр юҡлығына, дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, диагностика ҡорамалдарының етешмәүенә, тиҙ ярҙам станцияһының автопаркы иҫкереүенә йөҙҙәрсә мөрәжәғәт килгән. 13 декабрҙә БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп Забелин Максим Васильевич тәғәйенләнеүе хаҡында мәғлүмәт килде.
Читайте нас: