Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2018, 13:09

Ҡытайға бармағыҙ, “Ынйылы йылға”нан йүнәлтмә һатып алмағыҙ. Хайнаньдағы ватандаштарыбыҙ “текә” ялдан һуң һаман да тыуған яҡтарына ҡайтып ҡолай алмай.

Баҡ тиһәң, “Ынйылы йылға” туроператоры ял итеүселәргә булмаған рейстарға, осмаған самолеттарға, ғәмәле юҡ билеттар һатҡан. Уларҙың яуапһыҙлығы арҡаһында йөҙҙәрсә турист ыҙа сигә.

Ростуризм “Ынйылы йылға”ны туроператорҙар федераль исемлегенән һыҙып ташланы. Хәҙер алдаҡсы фирманың мутлыҡтарын башҡалар иҫәбенә төҙәтергә тура килә. Ышанысһыҙ тип иҫәпләнгән тағы бер нисә туркомпания исемлектән төшөп ҡаласаҡ.
Читайте нас: