Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың тап ошолай тип аталған өр-яңы китабы донъя күрҙе. Баҫмаға авторҙың быға ҡәҙәр сыҡҡан китаптарынан һәм һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, йырҙары һайлап тупланған. Унда, әҙибәнең киң эшмәкәрлегенә хас булғанса, һәр быуын вәкиле үҙ зауығына, күңеленә ярашлы әҫәр уҡып һөйөнөр.