Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2018, 13:26

Театрҙарҙа бөгөн ни көтөлә?

Киләһе йыл Рәсәйҙә – Театр йылы. Ул бөгөн тотош илдә тантаналы асыла. Башҡортостанда исемле йыл нисек ҡаршы алынасаҡ?

Рәсми тантана М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә. Унда тамашасыларға күптән көтөлгән премьера – “Урал батыр” (ҡуйыусыһы – яҡут режиссеры Андрей Борисов) күрһәтеләсәк. Спектакль республиканың һәм театрҙың 100 йыллығына бәйле әҙерләнде.
Бөгөн шулай уҡ барлыҡ театрҙарҙа ҡыҙыҡлы саралар, тамашалар, күргәҙмәләр, тематик квестар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар көтөлә.
И. ҠОРМАНОВА.