Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2018, 12:27

Рәсәйҙәге туҡ тормошто һағыныусылар бар. Ә беҙ йәшәйешебеҙҙең ҡәҙерен беләбеҙме?

2014 йылда Киевтың Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында көнбайыш илдәре тарафынан ойошторолған майҙандың шаңдауы әле лә яңғырай. Рәсәйҙә уңышлы эшләп йөрөгән ҡайһы бер эшҡыуарҙар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре майҙан яҡлы булыуҙарын белдереп, Украинаға күсеп киткәйне. Хәҙер улар үкенестәренән терһәктәрен тешләрҙәй була.

Рәсәйҙе ташлап китеүселәр араһында билдәле актер Алексей Горбунов та бар ине. Украиналағы билдәһеҙлек һәм фәҡирлек уның үҙәгенә үткән. Кинофильмдарҙағы ролдәре өсөн бик аҙ эш хаҡы ала. Рәсәйҙә, мәҫәлән, ул йыл һайын 4-5 фильмда төшкән, бай йәшәгән, мохтажлыҡ кисермәгән. Ҡасҡалаҡ артист Рәсәйгә кире ҡайтырға теләүе, бындағы тормоштоң рәте юҡлығы хаҡында ултырып иларлыҡ интервью биргән. Ә сығып китер алдынан шулай булырын алдан һиҙмәнеме икән?
Читайте нас: