Бик шикле эш, ләкин хакимиәттә ысын күңелдән ышанғандар һәм ҡыуана-ҡыуана миллион һумдан артыҡ аҡса түләгәндәр. Фәҡир генә район, ул тиклем аҡсаны ҡайҙан алғандарҙыр. Был эштең осо килеп сыға, енәйәт эше асыла, ул Күгәрсен район-ара судына ебәрелгән. Намыҫы ғазаплағандыр, ветфельдшер ғәйебен тулыһынса таный, ә эшҡыуар, оноттомо икән, үҙен ғәйепһеҙ тип иҫбатлай.