Шуныһы ла хикмәтле: сара былтыр 12 декабрҙә тантаналы асылғайны, кисә, тимәк, шул уҡ Рәсәй Конституцияһы көнөндә, күркәм байрам менән ябылды. Төп ҡануниәтебеҙҙең халыҡтарға биргән киң мөмкинлектәренә ишаралыр был.
Акцияны ябыу сараһында һөҙөмтәләр билдәләнде, еңеүселәр тәбрикләнде. Сығыш яһаған һәр кем шул фекергә баҫым яһаны: туған телебеҙгә мөхәббәтте быуындан быуынға тапшырғанда ғына һаҡлап алып ҡалырға мөмкин, һөҙөмтәлә мәҙәниәтебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа, еребеҙ ҙә имен буласаҡ, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр нығынасаҡ.
– Беҙ ошондай маҡсатҡа йүнәлтелгән саралар ойоштороуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тине республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев.