Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Декабрь 2018, 18:01

“Туңғатарға табип булып ҡайтып, уңдым...”

Медицина тармағындағы етешһеҙлектәр тәнҡитләнгән һайын ауыл ерендә табип йә фельдшер булып эшләп, меңдәрсә кешенең һаулығы хаҡына фиҙакәр хеҙмәт итеүсе аҡ халатлы, саф намыҫлы белгестәргә лә тел тейеп ҡала. Был турала яңыраҡ Белорет районына эш сәфәре менән барып ҡайтҡандан һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та Интернеттағы үҙ сәхифәһендә яҙғайны. “...Был кешеләрҙе йыш әрләйҙәр. Маҡтауҙан бигерәк әрләйҙәр, тип әйтер инем. Пациенттар уларҙы аңлап етмәй”, — тип фекере менән уртаҡлашты республика етәксеһе.

Учалы районындағы Туңғатар табиплыҡ амбулаторияһына участка терапевы булып ҡайтҡан Роза Моратова, һис шикһеҙ, Өфөләге һиллектән һуң ауыл ерендә эшләүгә, ауырыуҙарҙы дауалайым тип көнө-төнө, алһыҙ-ялһыҙ сабыуға күнегеп китеүе еңел булмаҫын алдан уҡ яҡшы аңлай. Тик уның ҡарары ныҡлы була. “Ауылдаштарыма, яҡташтарыма ярҙам итергә тейешмен! Бөтә ерҙә лә медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй, ә сирҙәр күбәйгәндән-күбәйә. Мин ҡайтмаһам, кем килер ауылға табип булып?” – ти баш ҡалала төпләнгән ҡыҙ. Һәм яңылышмай – бөгөн ул үҙен һөнәренә тоғро белгес, халҡына кәрәкле кеше итеп тоя.
– 2004 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, бер йыл Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында терапия буйынса интернатура үттем. Артабан ярты йыл самаһы ашығыс медицина ярҙамы станцияһында табип булып эшләп, ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланым. Шунан Өфө поликлиникаларының береһендә өс йыл участка терапевы вазифаһында эшләргә насип итте, – тип һөйләне хеҙмәт юлы хаҡында Роза Марс ҡыҙы. – Шулай бер йүнәлештә барғанда, белемемде арттырыу маҡсатында аспирантураға уҡырға ингәс, ғилми етәксем госпиталь терапия кафедраһына ассистент итеп эшкә алды ла ҡуйҙы. Күпте белгем, яҡшы табибә булғым килә бит инде, шуға уҡыуымды тағы ла дауам иттем: Санкт-Петербургта нефрология буйынса белем алдым, Өфөлә ревматолог һөнәрен үҙләштерҙем. Ғаилә ҡорғандан һуң, декрет ялына сыҡҡас, гирудотерапевҡа ла уҡып сыҡтым. Ошо белемдәр һәм тәжрибә менән үҙ ауылыма ҡайтып, амбулаторияла участка терапевы булып эш башларға тура килде...
Роза Моратова килгәнсе Туңғатарҙа оҙаҡ ҡына терапевт булмай торған, шунлыҡтан яңы кешегә эшләп китеүе шаҡтай ауырға тура килгән. “Күп кенә ауырыуҙар өмөтһөҙлөккә бирелгән ине инде... Шул тиклем ҡыҙғаныс, – тип хәтерләй табибә ул саҡты.
Маҡсаты ысынлап та кешеләргә ярҙам итеү булған ҡыҙ көн дә иртән үҙенең Туңғатар амбулаторияһына эшкә ашыға. Ун ике ауылдан 2400 кеше күҙенә мөлдөрәп ҡарап тора уның! “Эште яйға һалырға ла баш ҡалаға кире ҡайтырға тип хыял ҡорам да гел берәй сәбәп менән туҡтап ҡалам, – ти Роза Марс ҡыҙы. – Ауылым, ауылдаштарым күңелемә, йөрәгемә бәйләнгән һымаҡ”.
Беҙҙе шуныһы ныҡ аптыратты: геройыбыҙ, мөмкинлектәре булыуға ҡарамаҫтан, “Ауыл табибы” программаһы буйынса дәүләттән миллион һумлыҡ ярҙам алыу тураһында әле уйлап та ҡарамаған. Ни хәл итәһең – һәр кемдең тормошҡа ҡарашы үҙенсә...
Даян МӘЗИТОВ.
Читайте нас: